Субъект етәксеһе билдәләүенсә, был объект яңы йылға ҙур бүләк. Тағы ла шуныһы, ҡасабаға хәҙер мәктәп кәрәк. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән яҙма.
Башҡортостанда мәғариф системаһы обьекттары һаны арта. Уларҙың береһе – Өфө янындағы "Башҡортостан сәскәләре" ҡасабаһындағы балалар баҡсаһы. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы быйыл ноябрҙә асылып, 100-ҙән ашыу сабыйҙы ҡабул итте. Балалар баҡсаһы эше менән хәҙер республика етәксеһе Радий Хәбиров та шәхсән таныш. 180 сабыйға иҫәпләнгән үҙәк заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән. Бында физкультура залы, тәбиғәт бүлмәһе, музыка кабинеты бар. Кескәйҙәр менән психологтар, логопедтар шөғөлләнә.
Радий Хәбиров балалар баҡсаһын ғына түгел, ә уның биләмәһен дә ентекләп ҡараны. Башҡортостан етәксеһенең айырым иғтибарында башҡорт телен өйрәнгән кескәйҙәр төркөмө. Әйткәндәй, был төркөмгә “Ҡурай сәскәләре” тигән исем бирелгән.
Яңы төҙөлгән обьект – 52-се балалар баҡсаһының бер корпусы. 4 мең квадрат метрлыҡ майҙан 180 балаға иҫәпләнеп, бөгөнгә ул 98 процентҡа тиклем тулған. Әйткәндәй, 8 төркөмдөң һәр береһе 20-25 сабыйҙан торһа, 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн тағы 2 төркөм бар.
Өфө агломерацияһының үҫеше яңы аҙымдар ҙа талап итә. "Башҡортостан сәскәләре" ҡасабаһы ла ошо иҫәптән. Тап шуға, тиҙҙән был микрорайонда 1 мең 600 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү проекты ентекле тикшереү үтә.







