Сибай карьерына һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бар

Тулыраҡ: Сибай карьерына һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бар

Сибайҙа бөгөн Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле теркәлмәгән. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе. Тау-байыҡтырыу комбинатында әлеге мәлдә карьерға һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бар. Ул беренсе февраль башланырға тейеш. Өфөнән килгән табиптар халыҡты ҡабул итеүҙе дауам итә. Улар Сибайҙа беренсе мартҡа тиклем эшләйәсәк.