Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Тулыраҡ: Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Был эш кәмендә ай ярым, ике ай дауам итәсәк. Әгәр ҙә барыһы ла яҡшы барһа, 20-се мартҡа Сибайҙа хәл тотороҡланырға тейеш. Ошо турала ҡалала Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерелде. Әле лә Сибай карьерында мәғдәндең янып ятыуы күҙәтелә. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров барлыҡ хеҙмәттәргә һәм хакимиәткә көсәйтелгән тәртиптә эшләргә ҡушҡас хәл күпкә яҡшырған.

Әле карьерға балсыҡ-мәғдән ҡатнашмаһы һәм һыу ҡойола. Был эшкә 40-ҡа яҡын кеше һәм 20-нән ашыу техника йәлеп ителгән. Бер нисә көндән унда һыу тултырыу башлана. Барлығы карьерға 400 мең кубометр һыу тултырыу планлаштырыла. Ошо хаҡта хакимиәттә үткән кәңәшмәлә әйтелде. Республика етәксеһе был эштәрҙе 20-се мартҡа тамамларға ҡушты. Ғинуар урталарында килгәндә Радий Хәбиров экологик мәсьәләне 1-се февралгә хәл итергә ҡушҡайны. Әммә, хәл ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Белгестәргә бөтә факторҙарҙы ла иҫәпкә алырға тура килде.

Кәңәшмәлә балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға айырым иғтибар бүленде. 370-тән ашыу ата-әсә балаларын Ҡырымға ебәрергә теләк белдергән. Кәмендә 140 бала Башҡортостан шифаханаларына ял итәсәк. Радий Фәрит улы документтар әҙерләү, төркөмдәр ойоштороу һәм башҡа сараларҙы тиҙләтергә ҡушты. Бөтә хеҙмәттәр ҙә артабан да халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙе дауам итәсәк. Әле ҡалала хәл тотороҡло, һауала зарарлы матдәләрҙең норманан артыҡ булыуы теркәлмәгән. Мәсьәлә хәл ителгәс, Өфөлә киңәйтелгән кәңәшмә уҙғарыу планлаштырыла. Унда бындай экологик хәлде артабан да булдырмау мәсьәләһе тикшереләсәк.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров спорт комплексын ҡараны. Бында 800-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Оҙаҡ йылдар эшләп килгән бина иҫкергән, төҙөкләндереүгә 65 миллион һум аҡса талап ителә.Сибайҙың тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейына ла ремонт кәрәк. Бинаның тышҡы яғы, ҡыйығын яңыртыр кәрәк. Йылдар буйы йыйылып килгән экспонаттарҙы ла һаҡларға урын етмәй. Республика етәксеһе “Сибай тын ал” интернет төркөмө вәкилдәре менән осрашты. Аралашыу барышында Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү юлдарын бәйән итте. Халыҡ иһә аңлап ҡабул итте.

Радий Фәрит улы Боҙ һарайында булып, йәш хоккейсылар һәм тренерҙар менән күреште. Уларға төрлө ярыштарға йөрөргә автобус талап ителә. Радий Хәбиров финанслау юлдарын барларға ҡушты.Радий Хәбиров Сибай эшҡыуарҙары менән дә осрашты. Ул республика етәкселегенең бизнес вәкилдәренә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Аралашыу формаһында барған түңәрәк өҫтәлдә эшҡыуарҙар үҙ тәҡдимдәрен дә индерҙе.