Ишембайҙағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһы Рәсәйҙең оборона министрлығына вездеходтарҙың сираттағы партияһын оҙатты. Ул әле лә юлһыҙлыҡ шарттарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа алмаштырғыһыҙ транспорт. Ҡеүәтле техниканың мөмкинлектәрен хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов күреп ҡайтты. Был вездеходтар Себерҙә һәм Арктикала алштырғыһыҙ транспорт. Шуға ла сылбырлы тәгәрмәсле техниканы был төбәктәге ҙур компаниялар бик теләп һатып ала. Бөтә ерҙән дә үтә алған сылбырлы тәгәрмәсле транспор төнъяҡта алыштырғыһыҙ транспорт. Оборона министрлығына оҙатыр алдынан техниканы тәүҙә һәр яҡлап тикшереү үтә. Хәрби көстәр өсөн тәғәйенләнгән техника 710 ат көсөндәге двиатель менән йыһазландырылған. Завод вәкилдәре билдәләүенсә, заказға ҡарап, машинаға өҫтәмә ҡорамалдар ҙа ҡуйыла. Донъяла тиңе булмаған үҙенсәлекле техника оборона министрлығында һәм алыҫ төнъяҡта ҡулланыла. Һаҙлыҡта, ҡар сиҙәмендә, юлһыҙлыҡта, урман араһында йөрөй алған машина сәғәтенә 44 саҡрым аралыҡты үтә ала. Кәрәккәндә хатта метр ярымлыҡ бейеклектәргә менә ала. 10 тонна ауырлығындағы машина 12-15 тонна йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Ә үҙенсәлекле яҫы тәгәрмәс сылбыры уның ергә баҫымын кәметә. Бер квадрат сантиметрға ни бары 22 килограмм ғына тура килә. Рәсәйҙең Оборона министрлығына техника 3 йылға төҙөлгән контракт сиктәрендә тапшырыла. Йыл аҙағына тиклем хәрби көстәр өсөн тағы ла тиҫтәгә яҡын техника эшләнәсәк. Юлһыҙлыҡ шарттарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа алмаштырғыһыҙ транспортҡа ихтыяж йылдан-йыл арта. Әле заводта мең ярым кеше эшләй. Киләсәктә предприятие етештереү күләмен тағы артырырға ниәйтләй.
Утта янмай, һыуҙа батмай
Тулыраҡ: Утта янмай, һыуҙа батмай