Өфөнөң 2-се һанлы шифахана мәктәп-интернатында Бөтә Донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә бағышланған ғилми-практик конференция үтте. Унда шифаханала дауаланыусыларҙы уҡытыу, уҡыусыларға белем биргәндә заманса психологик һәм педагогик алымдарҙы дөрөҫ ҡуллана белеү хаҡында һүҙ барҙы. 60 йыл дауамында Өфөнөң 2-се мәктәп интернаты ситтән килгән балаларҙы уҡытыуҙан тыш, оҙайлы дауаланыуға мохтаж ҡыҙ һәм малайҙарҙы һауыҡтырыу менән дә шөғөлләнә.
Туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә ғилми-ғәмәли конференция үтте
Тулыраҡ: Туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә ғилми-ғәмәли конференция үтте