Өфөнөң 94-се лицейында физика, биология, инглиз, француз һәм испан телдәре буйынса Берҙәм Дәүләт имтиханы үтте. Билдәле булыуынса, Берҙәм Дәүләт имтиханын теләгән һәр кем тапшырып, үҙ белемен тикшереп ҡарай ала. Бының өсөн кәрәкле фәнде һайлап, беренсе февралгә тиклем ғариза ҡалдырырға кәрәк. Имтихан тапшырырға республиканың төрлө район-ҡалаларынан кеше килгән. Шуларҙың иң өлкәне ҡырҡ йыл физика фәне уҡытыусыһы булып эшләүсе Дәүләкән районынан 67 йәшлек пенсионер.