Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

Тулыраҡ: Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

9-сы классты тамамлап, ҡулдарына аттестат алған үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Кемдер 10-сы классҡа, кемдәрелер урта-һөнәри белем биреү учреждениеларына ғаризалар тапшыра һәм уҡырға инеүе тураһында иғлан көтә. Ә Өфө сәнғәт училищеһы студенты булырға теләүселәр имтиханға әҙерләнә. Имтихандар әле башланмаған, ә ҡыҙҙар-егеттәр әле үк һынау тота. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары йола буйынса абитуриенттарын кәңәшкә йыйған.

Имтиханға әҙерләнгән йырҙар дөрөҫ һайланғанмы, уларҙы нисек башҡарырға, ҡайһы йыр отошлораҡ булыр, нисек тулҡынланыуҙы еңергә, үҫмерҙәрҙең тауышы үҙгәреп бөткәнме – был кәңәштәр алтынға тиң. Училищеның тәжрибәле уҡытыусылары янына ҡаушап ҡына килеп инә егет-ҡыҙҙар. Ә ишек артында тулҡынланыу тағы ла көслөрәк.

Ҡурҡыуҙы еңергә, тауышты йылытып өлгөрөргә кәрәк. Комиссия хатта юл арыуын да һиҙҙергә тейеш түгел. Һәләтен күрһәтергә теләүселәр араһында күренекле сәхнә йондоҙҙарының балалары ла бар. Айһылыу Туҡтағолова тәжрибәле йырсылар ғаиләһендә тыуһа ла, буласаҡ уҡытыусыларының кәңәше артыҡ булмаҫына ышана. Йырсы булыу тураһында ул бала сағынан хыялланған.

Ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм буласаҡ дирижерҙар сольфеджионан имтиханға әҙерләнә. Бында ла атай-әсәйҙәрҙең терәге көслө. Бөгөн сәнғәт училищеһында консультациялар дауам итә. Ә иртәгә ҡайһы бер бүлектәрҙә абитуриенттарҙы ысын имтихан көтә.