Өфөлә Степан Халтурин урамында йәшәүселәр ихата эсендәге һарайҙа янғын сығыуҙа күршеләге эшҡыуарҙы ғәйепләй. Йылдар дауамында ер участкаһын бүлә алмау-төн уртаһында килеп сыҡҡан янғындың сәбәбе, ти урындағы халыҡ. Компьютер, принтер, кер йыуыу машинаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар...
Степан Халтурин урамының беренсе йортонда йәшәүсе Николай Кошелевтың һарайҙа һаҡланған бөтә әйберҙәре күҙ асып йомған арала юҡҡа сыға. Июнь баштарында сәғәт төнгө икелә сыҡҡан янғынды уның күршеләре күреп ҡала. Ике ҡатлы йортта бөтәһе дүрт хужа йәшәй. Зыян күреүсе Николай Кошелев һарайҙа янғын сығыуҙы күршеләге эшҡыуарҙан күрә.
Асыҡланыуынса, йорт ихатаһында бер нисә йыл элек таныш булмаған эшҡыуар килеп яңы объект төҙөй. Уның беренсе ҡатында ул машина ремонтлау урынын булдыра. Бидәмәлә яңы бинаның законһыҙ төҙөлөүенә урындағы йәшәүселәр ризаһыҙлығын белдерә.Был өс ҡатлы бина 2013-сө йылда төҙөлгән. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, төҙөлөш эштәре закон буйынса башҡарылмай. Бина йәшәүселәрҙең, эргәләге коррекцион мәктәп һәм ҡала хакимиәте ерендә урынлашҡан. Зыян күреүселәр һөйләүенсә, эшҡыуар, үҙ сиратында, ер бүлемен ҙурайтыу маҡсаты менән йәшәүселәргә яңы фатирға күсергә аҡса тәҡдим итә.
Кире яуап алғас, ихата эсендә тура мәғәнәһендә “һуғыш” башлана. Ер өсөн көрәшеүселәр судҡа мөрәжәғәт итә. Суд, бинаның законһыҙ төҙөлөүен иҫбатлап, уны тиҙ арала һүтеп ташларға тигән ҡарар сығара. Эшҡыуар беҙҙең ижади төркөм, урындағы халыҡ менән дә һөйләшергә теләмәне. Уны яҡлаусы юрист ҡына ихата эсендә булған янғында эшҡыуарҙың ҡыҫылышы булмауын һәм улар ҙа ҡабаттан судҡа мөрәжәғәт итәсәктәрен белдерҙе. Ихатала сыҡҡан янғын буйынса урындағы халыҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған. Әле тикшереү эштәре бара.
Зыян күреүсе ғаиләләргә хәҙер тикшереү эшенең һөҙөмтәһен көтөргә генә ҡала. Бынан тыш, уларҙы суд ҡарарынан һуң да ни өсөн объект һаман һүтелмәй тигән һорау борсой. Ватылған тәҙрәләр, уйламағанда сыҡҡан янғындан һуң улар хәҙер үҙҙәре һәм бигерәк тә балалары өсөн ҡурҡып йәшәргә мәжбүр.