Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 4 мең гектар майҙанда 109 янғын теркәлгән. Республика етәксеһе әйтеүенсә, урманға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди иғтибар бирергә кәрәк. Радий Хәбиров урман хужалығы министрлығына мөмкин тиклем ярҙам итергә саҡырҙы. Был хаҡта ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Янғындар 22 июлгә һүндереләсәк, был вәғәҙәне Республика Хөкүмәтендә дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы биләмәһендә теркәлгән. Федераль кимәлдә яҡланған Көнъяҡ Урал һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулыҡтарының 2018 гектары янғындан зыян күргән. Бөрйән районы биләмәһендәге янғын сикләнгән, уттың артабан таралыуына юл юҡ. Әле урманда янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр ут менән көрәшә. Янғын һүндереүҙә 2 мең тирәһе кеше, 605 берәмек техника эшләй. Төбәктә хөкөм һөргән аномаль эҫенең йәнә бер кире күренеше – һыу ятҡылыҡтарында батып үлгән кешеләр һанының артыуы. Үткән аҙнала 35 кеше һыу ҡорбаны булһа, шуларҙың икеһе – балалар. Фажиғәне иҫкәртеү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эске эштәр министрлығы һәм муниципалитеттар менән берлектә аңлатыу эштәре алып бара, профилактик рейдтар яһай. Республикала шулай уҡ өҫтәмә рәүештә йәнә дүрт йыһазландырылған пляж асылған. Коронавирус инфекцияһына килгәндә был йоғошло сиргә республика буйынса 100 мең кешенең 156-һы тарыған. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, бөгөнгә сирлеләрҙең дөйөм һаны 6348-гә еткән. Стационарҙа 226 кеше дауа ала. Пандемия башынан республикала 4634 кеше яуыз сирҙе еңеп сыҡҡан. Иҡтисадта иһә ыңғай күрһәткестәр теркәлә. Үткән ярты йылда сәнәғәт етештереү индексы 98,9 процент. Июнь айында 100 проценттан ашыу үҫеш күҙәтелә. Радий Хәбиров фекеренсә республика хөкүмәте йыл аҙағына тиклем күрһәткестәрҙе йәнә артырыу өҫтөндә эшләргә тейеш. Аграр тармаҡ күрһәткестәре лә 100 процент кимәленән юғары. Байтаҡ райондар өсөн йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан төбәктә киҫкен шарттарға яраҡлашыу әмәле күрелә. Вице-Премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ун йыл элек булған ваҡиғалар менән сағыштырғанда республика аграрийҙары быйыл отошлораҡ хәлдә, тип белдерҙе.Әлеге мәлдә республика баҫыуҙарында мал аҙағы әҙерләү эштәре әүҙем дауам итә. Хужалыҡтар ураҡҡа төштө. Ужым культураларынан ғына бер миллион тонна ашлыҡ алыу көтөлә.
Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә
Тулыраҡ: Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә