Янғын һөҙөмтәһендә бинаның ҡыйығы һәм ихатаға сыҡҡан яғы зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ут шунда уҡ һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. Тарихи бина Шамовтар ғаиләһенә ҡарай. Бина эсендә элек ғибәҙәтхана булған.
Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында ике ҡатлы иҫке йорт янған
Һүҙ мәҙәни мираҫ объекттары реестрына ингән 49-сы йорт тураһында бара.







