Ҡарбуз, ҡауын йәнә баҙар, магазин кәштәләрендә, юл буйҙарындағы сауҙа нөктәләрендә күренә башланы. Кемдер баҡса культураларын йыл әйләнәһенә ашарға мөмкин тей, ә бәғзе берәүҙәр август тыуғанын көтә. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә йәй уртаһын көтөргәме? Эй, яратабыҙ ҙа инде ҡарбузды! Өлгөрөп етер етмәҫтән һатыу нөктәләрендә эҙләй башлайбыҙ. Күп осраҡта уның сәләмәтлек өсөн файҙаһынан зыяны, хатта хәүефе күберәк икәнен дә онотабыҙ. Бигерәк тә балалар һәм өлкән йәштәгеләр ҡарбуздан йыш ағыулана. Тимәк, баҡса культураларын һайлағанда иғтибарлы һәм талапсан булырға кәрәк.
Ҡарбуздың еңелен, ҡауындың тос, ауырын һайлағыҙ, тигән кәңәш менән уртаҡлашты Мазахед Мамедов. Ул йәшелсә-емеш һатыу менән 42 йыл шөғөлләнә. Башлыса Үзбәкстан, Әзербайжан һәм Ҡаҙағстандан килтерелгән тауар менән сауҙа итә. Беҙгә иң тәмле ҡарбуз һайлап бирҙе, әммә сифатты раҫлаған сертификаттары үҙе менән булмай сыҡты. Һатыусыға ышанырғамы, әллә үҙеңдең тойомлауыңамы? Сөнки ҡарбуз һайлау лоторея уйнауға тиң. Ә беҙ ҙур еләктәрҙе төрлө һатыу нөктәләренән- магазин кәштәһенән, урамда һатыусы ике урындан алып тикшереп ҡарарға булдыҡ. Хаҡтар төрлөсө, магазинда 69, урамдағы баҙарҙа 35-40 һум.
Һатып алынған ҡарбуздарҙы Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының тикшереү үҙәгенә алып барҙыҡ. Белгестәр емеште нитраттарға һәм башҡа зарарлы матдәләргә тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса беҙ алып барған ҡарбуздарҙағы нитраттар миҡдары рөхсәт ителгән нормаларға тап килә. Шулай ҙа белгестәр баҡса культураларын юл буйҙарынан, законһыҙ сауҙа нөктәләренән һатып алмаҫҡа кәңәш итә. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә емештәрҙең лицензияһы һәм сертификаты бар. Тимәк, уларҙы шикләнмәй ашарға мөмкин.