Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Тулыраҡ: Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Балтаc районында ғәҙәттән тыш хәл. Бында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен фальсификациялау сәбәпле 16 бала аттестатһыҙ тороп ҡалды. Республика етәксеһе ғәйеплеләрҙе табып тейешле саралар күрергә ҡушты. Был хаҡта Радий Фәрит улы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. “Башҡорт ихаталары”, район-ҡалаларҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү, автобустар хәрәкәте һәм республика хужалыҡтарында ураҡ эштәренә әҙерлек. Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған оператив кәңәшмәлә тап ошо мәсьәләләр ҡаралды.

Ихаталарҙы төҙөкләндереүгә бәйле программаны бойомға ашырыу төбәк ҡаҙнаһына миллиард 700 миллион һумға төшһә лә, проект тейешенсә үтәлә, тип әйтергә иртәрәк. Төп мәсьәлә – халыҡтың был программа тураһында аңлап етмәүе. Граждандар ихаталарҙың ниндәй ҡағиҙә буйынса һайлап алыныуын белмәй. Ошо йәһәттән хәҙер торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы айырым белешмә әҙерләргә мәжбүр. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлегә төҙөкләндереү талап иткән ихаталар һаны уғата күп түгел, шулай ҙа билдәләнгән мөҙҙәттә республикала дүрт йөҙҙән ашыу биләмәлә тәртип булырға тейеш.

Тағы ла бер мәсьәлә – төҙөлөш майҙанындағы таҙалыҡ. Район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары быны шәхсән күҙәтеүгә алырға тейеш. “Башҡорт ихаталары” проектының бойомға ашырылыуы теүәл бер айҙан йәнә тикшереләсәк. Программа 2024-се йылға тиклем ғәмәлдә ҡала. “Башҡорт ихаталары” менән бер йәһәттән Башҡортостандың ураҡҡа әҙерлеге лә бөгөн иғтибар үҙәгендә.

Республиканың үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа техниканы күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Ринат Ғәлимов һүҙҙәренә ҡарағанда, хужалыҡтарҙың техник базаһы әлегә ентекле күҙәтеүҙә. Төбәктә өс меңдән ашыу комбайн барлығын иҫәпкә алғанда, күҙәтеүсе ведомстволар алдынды ҙур эш тора. 15 районда әле машиналар баҫыуға сығырға әҙер. Ә йөҙҙәрсә комбайн иһә тулыһынса, капиталь ремонт талап итә.

Башҡортостанда үлем менән тамамланған авариялар һаны ла кәмемәй. Ҡорбандар исемлегендә йөҙҙәрсә кеше. Мәғлүмәттәрҙе иғлан итеүҙең сәбәбе лә бар. Ул ваҡиға урынында эшләп, бәлә сәбәбен асыҡлау менән шөғөлләнгән ведомство-ара комиссия эшмәкәрлегенә бәйле. Авариялар һанын кәметеү өсөн хәҙер айырым саралар күрелә.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Балтаста Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен фальсификациялаусыларҙы табып тейешле саралар күрергә ҡушты. Һынау биреү үҙәгендә ҡанунға ярашһыҙ алымдар арҡаһында, быйыл ун алты уҡыусы өлгөргәнлек тураһында аттестат алмаясаҡ. Хөкүмәттәге кәңәшмә аҙналыҡ эш планын билдәләү генә түгел. тап ошо һөйләшеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан алдында торған стратегик мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнә.