Ата-әсәләр берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыр

Тулыраҡ: Ата-әсәләр берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыр

Имтихандың был төрө тураһында йәмғиәттә төрлө фекерҙәр йәшәп килә. Кемдер уны хуплай. Кемдер, киреһенсә, ошо сәбәпле балаларҙың белеме һайыға, тип белдерә. Мәғариф министрлығы белем биреү өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте менән берлектә ата-әсәләрҙең үҙҙәренә ошо имтиханды тапшырырға тәҡдим итте. Зөлфиә Ғиззәтуллинаның быйыл ҡыҙы Берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыра. Шуға ла ул был һынауҙың үҙенсәлектәре менән яҡындан танышыу өсөн үҙе лә белемен һанап ҡарарға уйлай. Имтихандар мәжбүри түгел. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы ата-әсәләр менән шығырым тулы ине. Имтиханды ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр ата-әсә балаһының ниндәй һынау аша үткәнен белергә тейеш. Хатта мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ла теркәлеп, бланктар тултырырға һәм имтихан тапшырырға тура килде. Мәғлүм булыуынса, Берҙәм Дәүләт имтихандары ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйыла. Быйыл да белем усаҡтарында кеҫә телефонының сигналын томалаусы ҡоролмалар ҡуйыласаҡ. Шуға ла ата-әсәләр тәү сиратта үҙ көсөңә ышанырға һәм ҡаушап ҡалмаҫҡа саҡыра. Ата-әсәләр Берҙәм Дәүләт имтиханын 28 февралгә тиклем тапшырып ҡарай ала. Рәсәйҙең 50 төбәгендә уҙғарылған был акцияның төп маҡсаты – уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләүҙә ата-әсәләрҙең дә ролен күтәреү.