Ошо һорау менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров юлға, юл хәрәкәтенә һәм хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы ведомство етәкселәрен кәңәшмәгә йыйҙы. Унда шулай уҡ авария хәлендәге юл участкалары йыш теркәлгән ҡала- район башлыҡтары ла саҡырылды. Әлегә 2018 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда быйыл юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны ике кешегә генә кәмегән. Аварияларҙы кәметеү эштәрендә төп йүнәлештәрҙең береһе — водителдәрҙең мәҙәниәтен арттырыу, тине Радий Фәрит улы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдиновҡа ике аҙна эсендә ошо юҫыҡта эш планын тәҡдим итергә ҡушты.
Ә юл фажиғәләре йыш теркәлгән район етәкселәренә юл төҙөклөгөн даими контролдә тотоу кәрәклеген белдерҙе. Был исемлектә аварияларҙа һәләк булыусылар һаны артыуы күҙәтелгән 2 тиҫтә ҡала һәм район бар. Төбәк етәксеһе юл фажиғәләрен кәметеүҙең ике юлын билдәләне: административ, хоҡуҡи язаны көсәйтеү һәм киң мәғлүмәт сараларында, урамдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауҙы арттырыу. Бынан тыш, йыш ҡағиҙә боҙған водителдәрҙе контролгә алыу күҙаллана. Республика буйлап рейд үткәргәндән һуң ҡайһы бер райондарҙа юл билдәләренең етмәүе асыҡланған. 2024 йылға тиклем тағы ла 150 мең билдә урынлаштырыу ниәтләнә. Бының буйынса юл картаһы төҙөләсәк.
Авария сәбәпсеһе булған хаталы юл һыҙаттарын да төҙәтеү, яңы тамғалар һалыу эше лә көйләүҙе талап итә. Ә авария урындарына мобиль бригадаларҙың барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартыу, бригада белгестәренең фажиғә сәбәбен асыҡлап, урында уҡ уны хәл итеү юлдарын табыуы — киләсәктә авария һанының кәмеүенә килтерәсәк . Был йәһәттән Мәскәү тәжрибәһен өйрәнеү кәрәклеген билдәләне Радий Хәбиров. Рәсәй ҡалалары араһында юлдарҙа үлемде кәметеү буйынса Өфө беренсе урында. Тағы ла бер нисә биләмәлә ыңғай хәл күҙәтелгән. Фажиғәләрҙең кәмеүе — фото һәм видеотеркәү системаларының яҡшы эшләүе һөҙөмтәһе лә.
Йыл аҙағына тиклем төбәктә 289 яңы камера ҡуйыласаҡ, ә 2020 йылдың тәүге яртыһында 459 система ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Бер көн эсендә Өфөлә камералар 300-ҙән ашыу ҡағиҙә боҙоуҙы теркәй, ә төбәк буйынса был һан 10 меңгә етә. Бындай саралар водителдәрҙе тәрбиәләүҙең төп ысулдарының береһе.Ҡала, райондар араһында рөхсәтһеҙ йөрөгән таксистарҙың пассажирҙар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы ла борсой етәкселекте. Улар ҡатнашлығында бихисап фажиғәләр теркәлә.Шулай уҡ ҙур трассаларҙы яҡтыртыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Әлеге ваҡытта Өфө-Стәрлетамаҡ арауығындағы юлда яҡтыртыу бағаналары ултыртыла.Уҡытыу һәм тәрбиә биреү учреждениелары биләмәләрендә лә хәүефһеҙлек сараларын урынлаштырыуҙы, төҙөкләндереүҙе контролдә тоторға һәм был йүнәлештә Мәғариф министрлығы менән бергә эш итергә бойороҡ бирҙе республика етәксеһе. Киләсәктә юл-транспорт фажиғәләрен, йәрәхәт алыу, үлем осраҡтарын ҡырҡа кәметеү йәһәтенән мөмкин булған бөтә сараларҙы ла ҡулланыу һәм һәр ваҡыт уяу булыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.