Бөгөн Өфөлә Жуков урамында "Хонда" мотоциклы юғары тиҙлектә трактор менән бәрелеште

Егерме алты йәшлек водитель, күрәһең, туҡтап өлгөрә алмай ауыр техниканың аҫтына уҡ инеп китә.
  • Бөгөн Өфөлә Жуков урамында "Хонда" мотоциклы юғары тиҙлектә трактор менән бәрелеште
Мотоциклист тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелгән. Ә Туймазы районында питбайк ҡатнашлығындағы аварияла 14 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө. Әлегә билдәһеҙ водитель өс йәйәүленең өҫтөнә килеп менә. Һуңынан питбайгын ташлап авария урынынан ҡаса. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның кем икәнен асыҡлап ҡулға алған. Туймазынан 16 йәшлек үҫмергә питбайкты былтыр ата-әсәһе алып биргән булған.