Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа

Тулыраҡ: Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа

Борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе – ҡымыҙ, айырыуса, йәй көнө тәмле була, сөнки йәйен бейәләр йәшел үлән менән туҡлана. Ә бына шифалы эсемлек ағыуға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә? Башҡорт тоҡомло аттары үҙҙәренең сыҙамлы булыуы менән айырыла. Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы фермерлыҡ хужалығы тап башҡорт тоҡомдарын үрсетә, сөнки тап ошо тоҡом бейәләре һөттө күберәк бирә, тип иҫәпләнә. Яңы Яппар ауылы ҡымыҙ цехында 4 һауынсы һәм 2 көтөүсе эшләй. Бейәләрҙе көнөнә 4 тапҡыр һауалар һәм ярты тонна һөт йыйып тәүлек нормаһын үтәйҙәр.

Ә бына ҡымыҙҙы боронғо йолалар буйынса бешәләр. Яңы һауылған һөттө шунда уҡ ҡымыҙ цехына алып баралар. Уны һарҡытҡандан һуң әсеткегә ҡушалар.Ағас гөбөлә яҡшылап туҡығандан һуң ҡымыҙ әҙер булһын өсөн 2-3 сәғәткә ҡалдыралар һәм тағы ла яңы һауылған һөт өҫтәйҙәр. Эсемлекте бер тәүлектән һуң шешә һауыттарға тултыралар. Ә бына Йоматау шифаханаһындағы цехта ҡымыҙ әҙерләү тулыһынса автоматлаштырылған. Үҙҙәренең йылҡы фермаһы булмағас, килтерелгән һөт лабораторияла етди тикшереү аша үтә.Ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡыты ҡыҫҡа һәм етештереүселәр һауыттарҙың этикеткаһына бөтә мәғлүмәтте теркәй.

Цех хеҙмәткәрҙәре урамда дөрөҫ һаҡланмаған урындарҙа ҡымыҙ һатып алырға кәңәш итмәй. Сөнки шифалы эсемлек менән дауаланау урынына ағыуланыу ихтимал.Иң тәмле ҡымыҙ йәй миҙгелендә әҙерләнә, сөнки ошо осорҙа бейәләр йәшел үлән менән туҡлана. Ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуға ярҙам итә. Иң мөһиме ҡымыҙҙың һаҡлау ваҡытына иғтибар итеү зарур.