Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Тулыраҡ: Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле умартасылар өсөн дә ғәжәйеп күренеш. Былай ҙа йылдың 6 айын һыуыҡ менән көрәштә үткәргән бал ҡорттары өсөн был ҡаты һынау. Әлегә 15-20 градус һыуыҡты ҡорттар яҡшы кисерә ти Владимир Кугейко. Был тәжрибәне лә 3-сө быуында умартасылар династияһын дауам итеүсе йүнсел буштан ғына ойоштормаған. Балдың сифатын тағы ла яҡшыртып ҡарарға иҫәп тота ул, сөнки тап оҙаҡ ҡышлауға әҙерләнгән ҡорттар ғына микроэлементтарға бай бал бирә тигән фекерҙә Владимир. Тәжрибәле усартасының теорияһында хаҡлыҡ бар, сөнки тап Иглин ерендә етештерелгән бал 1971 йылда Мәскәүҙә үткән Апимондия халыҡ-ара конгрессында алтын миҙал алып ҡайта. Былтыр Канадала үткән сарала Владимир Кугейко умарталығынан оҙатылған продукция ошо уҡ уңышты ҡабатлай. Он, йомортҡа, тоҙ. Был ябай ғына ҡатнашманан торған ҡамырҙан билдәле башҡорт бауырһағы бешерелә. Ул да төбәк милли бренды атамаһына дәғүә итеүсе тауарҙар исемлегендә. “Рәсәй тәм-томдары” конкурсы быйыл беренсе тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ҡатнашырға исемлеге киң. Сараның маҡсаты илдең күп төрлө аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн күрһәтеү һәм иң билдәле брендтарҙы асыҡлау. Ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан тәүге рәттә. Барлығы 26 тауар төрө ҡатнаша беҙҙән. Тәүгеләр рәтендә, әлбиттә, беҙҙең республикаға хас бал, ҡымыҙ. Улар рәтендә талҡан, сыр, минераль һыуҙар, сәй, бауырһаҡ һәм ҡаҙ ите. Был деликатес та Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан тәм-томдары исемлегендә үҙ урынын яуларға тырыша. Ҡаҡланған страус ите беҙҙең төбәк өсөн экзотик күренеш. ундайҙар араһында шоколад, ер еләге, квас, бальзам, прәник һәм экосалат бар. Әйткәндәй, һуңғыһы Башҡортостандан ҡатнашҡан брендтар араһында беренсе килә, дөйөм исемлектә 20-се урында, ә бына республика данын бөтә илгә танытҡан Башҡорт балы ни бары 30-сы баҫҡыста. Рәсәй тәм-томдары конкурсында 79 төбәктән 508 аҙыҡ-тңлек ҡатнаша. Иң яҡшы тип табылған брендтар өҫтәмә дәүләт ярҙамы аласаҡ. Тауыш биреү “Вкусы России” сайтында бара, тауыш биреү 2 декабрҙә тамамлана