Төбәк бренды

Тулыраҡ: Төбәк бренды

Федерация Советы ҡарамағындағы Интеллектуаль милек мәсьәләләре буйынса совет ултырышында Башҡортостан брендына айырым иғтибар бирелде. Республика бренды — “Башҡорт балын” Федерация Советында тәҡдим иттеләр. Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү үҙеге етәксеһе Әмир Ишемғолов “Башҡорт балы” брендын теркәү һәм үҫтереү юлдары тураһында һөйләне. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, башҡарылған эште юғары баһаланы һәм “Башҡорт балы” Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдә лә ҙур танылыу яулаған тип билдәләне.Валентина Матвиенко, шулай уҡ киләһе йылда урындағы брендтарҙы теркәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Әйтеп үтер кәрәк, алдағы йылдарҙа Башҡортостан шулай уҡ милли музыка ҡоралы- ҡурайҙы ла милли бренд итеп теркәргә ниәтләй.