Башҡорт балы иң яҡшыһы тип табылды

Башҡорт балы Краснодарҙа уҙған Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип табылды.
  • Башҡорт балы иң яҡшыһы тип табылды
Башҡорт балы Краснодарҙа уҙған Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип табылды. Башҡортостан умартасылары «Рәсәйҙең алтын балы-2025» Бөтә Рәсәй конкурсында ике алтын, өс көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Конкурсҡа Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән быйыл ғына айыртылған бал ҡабул ителгән, бер ҡатнашыусы һәр номинацияла өс төрлө бал тәҡдим иткән. Белгестәр балдың тәбиғилеген һәм составын, сифат стандарттарына һәм ГОСТ-ҡа тап килеүен иҫәпкә алған.