Ул халыҡ геройы!

Тулыраҡ: Ул халыҡ геройы!

Илебеҙҙең яҡты киләсәге, тыныс тормошо өсөн көрәшеүсе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тарихы олоһона ла, кесеһенә лә мәғлүм. Һәр кем өсөн ул батыр. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан республикала байтаҡ саралар ойошторолдо.

Иң ҙур тантана арҙаҡлы яугирҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында үҙҙы. Тауһеңер ауылы эргәһендәге ялан, ысынлап та, һуғыш ваҡытын хәтерләтә ине. Тамашаға килгән халыҡ бер аҙ хәрби заман осорона эләккән кеүек булды. Ир-егеттәр һуғышҡа оҙатылғас, бар көс ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшкән, олоһо ла, кесеһе лә барыһы ла Еңеү өсөн, тип үҙен аямай ауыр эштәрҙе башҡарған. Ауыл халҡының һуғыш ваҡытындағы тормошон Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт йорттары, фольклор төркөмдәре күрһәтте. Был күренештәр бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

Ә бына Радий Хәбировты хәрби мотоциклда штаб етәксеһе ҡаршыланы. Сәхнәлә Миңлеғәле Шайморатов бәләкәй сағынан алып һуғышҡа киткән ваҡытына тиклем һынландырыла. “Миңлеғәле бала саҡтан бик шуҡ булған, уйнағанда ла, һабантуйҙа көрәшкәндә лә алдынғылыҡты бирмәгән, һәр саҡ еңер булған, — ошондай хәтирәләр һаҡлана батыр хаҡында. Миңлеғәле Шайморатов Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында тыуып үҫкән. Хәҙер иһә ауыл Шайморатов тип атала. Ауылдаштары ғына түгел, ә бөтә ил өсөн ул халыҡ батыры. Бөйөк Ватан һуғышында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов 1-се айырым кавалерия полкына, һуңынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына етәкселек итә. Башҡорт атлылары Дондан Эльбаға тиклем 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. Дивизияның командиры ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡ ордены, Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Шайморатовтың үлеме бик фажиғәле. Әммә уның Ватаны өсөн биргән ғүмере хөрмәткә лайыҡ һәм сикһеҙ ғорурланырлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышындағы ваҡиғаларҙы күҙәтеү тыныс тормошта йәшәгән кешеләр өсөн бер яҡтан сағыу тамаша, икенсе яҡтан иһә һәр кем күңеленә шом һалды. Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге майҙанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм һауа һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтелде . Йәйәүле ғәскәр, Легендар танк- 34, һауалағы самолеттарҙың осоуы хәрби план буйынса ҡоролған. Һуңынан ғына һөжүмгә атлылар сыға.

Шайморатов генерал ошо алышта утты үҙенә йәлеп итеп, һәләк була, әммә үҙҙәрен уратып алған немецтарҙың позицияларын асыҡларға ярҙам итеп, йөҙәрләгән һалдатын һаҡлап ҡала.Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараға килгән халыҡ иғтибарына бик күп күргәҙмәләр ҙә тәҡдим ителде. Яугир кейемдәре, ҡоралдар, эҙләнеү эштәрендә табылған әйберҙәр, дивизия менән бәйле сувенирҙар. Театрлаштырылған тамаша, хәрби йылдарҙың интерактив майҙандары, ат сабышы, «Ылаҡ» милли уйыны ойошторолдо.

Шайморат ауылында легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командирына ҡуйылған мөһабәт һәйкәл янынан кеше өҙөлмәй. Монумент 2015 йылда урынлаштырлған. Киләсәктә иһә бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ.