Бер, ике,өс... интернет - бөйөк көс!

Тулыраҡ: Бер, ике,өс... интернет - бөйөк көс!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа интернет аша ҡатнашырға була

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, был мөһим ваҡиғаға тиклем бер йыл самаһы бар. Ул 2020 йылдың 1 октбярь көнө башлана. Өфөлә кампанияға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Барлығы 10 мең кеше ойоштороу сараларында ҡатнаша.

Был хәстәрлектәрҙең төп үҙенсәлеге шунда, тинеләр Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәре, иҫәп алыу цифра форматында бара. Теләгән һәр кем дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп теркәлеү үтә ала. Был бик уңайлы. 3 кешенән торған ғаилә, мәҫәлән, барлыҡ һорауҙарға яуапты ни бары 30-40 минут эсендә яҙып бирә ала.