Яңы күпер

Тулыраҡ: Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.

Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә ғәмәлдәге ике күпер араһында киңлеге өс юл һыҙатына тиң тоташма төҙөлә, был ваҡытта элекке ике күперҙә автомобиль хәрәкәте туҡтатылмай. Төҙөлөштөң икенсе өлөшөндә иҫке аркалы күпер реконструкцияға ябыласаҡ. Яңы күпер ҡоролошо буйынса үҙенсәлекле. Йылға үҙәне терәүҙәре араһындағы судно юлы оҙонлоғо 150 метр. Төҙөүселәр яңы күперҙе 2021 йылда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.