Унынсы октябрҙә яңы күпер буйлап транспорт хәрәкәте башлана

Был хаҡта Радий Хәбиров Өфө һәм Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында белдерҙе.
  • Унынсы октябрҙә яңы күпер буйлап транспорт хәрәкәте башлана

Башҡортостан башлығы бер-нисә объектты – реконструкция барған Ленин исемендәге паркты һәм Кузнецов Затонындағы, Шмидт ауылындағы ике яңы мәктәпте тикшерҙе.

Ағиҙел аша төҙөлгән яңы күпер тышҡы яҡтан элеккеһен хәтерләтһә лә, тирә-яғы тулыһынса үҙгәрә. Элеккенән бында юл өҫтөндә эленеп торған алтаҡта ғына ҡаласаҡ. Күпер Республика көнө алдынан — 10-сы октябрҙә сафҡа индерелер, тип көтөлә. Уны файҙаланыуға тапшырыу менән Өфө ҡалаһына инеү һәм унан сығыу өсөн 13 һыҙат асыла. Башҡортостан башлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер Затон күперен ремонтлауға тотонорға кәрәк. Шулай уҡ Радий Хәбиров республиканың федераль ярҙам менән тормошҡа ашырылырға тейеш башҡа проекттары тураһында ла һөйләне. Республика башлығы шулай уҡ төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булған Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән дә танышты. Уны «тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерәләр. Төп элементтар һаҡланасаҡ, яңылары: тренажерҙар, йүгереү юлы, балалар майҙансығы ла төҙөләсәк.

Радий Хәбиров Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙа ла булды, бында Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәренә арнап һәйкәл ҡуйырға ниәтләйҙәр. Кузнецов затонында 2200 уҡыусыға иҫәпләнгән һәм Волга буйы Федераль округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө тамамлана. Объект 90 процентҡа әҙер. Бинаның үҙенсәлекле архитектураһы А хәрефен хәтерләтә. Был осраҡлы түгел. Башланғыс кластар, урта звено һәм аҙыҡ-түлек өсөн айырым блоктар ҡаралған. Шулай уҡ бында дүрт спорт һәм тамаша залы, ижади студиялар, нәшриәт үҙәге, робототехника кабинеттары һәм интерактив 3 D класы бар.

Яңы мәктәптә хатта стеналар ҙа белем өләшәсәк, файҙалы мәғлүмәттәр сағыу иллюстрациялар менән оҙатып барасаҡ. Яҡындағы майҙанда мини-футбол, баскетбол, теннис өсөн спорт майҙансыҡтарын, шулай уҡ йүгереү юлдарын төҙөү һәм тренажерҙар ҡуйыу күҙаллана. Республика башлығы, был күптән көтөлгән мәктәп киләһе йыл башында асыласаҡ, тип хәбәр итте. Өфө районының Шмидт ауылында ла 640 урынлыҡ заманса белем биреү үҙәге төҙөлә. Ул 160 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Бында технологик һәм инженерлыҡ белеменә айырым иғтибар биреләсәк. Мәктәп Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк.