Эш сәфәре

Тулыраҡ: Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго” менән эш алып барыла. Төбәк башлығы был эште тиҙәйтергә ҡушты. Был объекттың район өсөн әһәмиәте ҙур. Ул етештереү генә түгел, ә электр энергияһын күпләп туплау сифатына ла эйә.

Энергия туплау аккумуляторҙары икәү. Уларҙың ҡеүәте яҡындағы предприятиеларҙы, мәктәп һәм дауаханаларҙы бер-нисә сәғәт дауамында электр менән тәьмин итергә етәсәк. Ошондай уҡ яңы станцияларҙы Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында төҙөү тураһында һөйләшеүгә Радий Хәбиров "Хевел" компанияһы төркөмдәре вәкилдәрен “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.

Ә Сибайҙа республика башлығы “Ирәндек” үҫмерҙәр клубын реконструкциялау барышын баһаланы. Спорт залын, тыштағы амфитеатрҙы ҡараны. Нигеҙ һалынған объекттарҙы мотлаҡ төҙөп бөтөргә кәрәк, тине ул.

Сибай филармонияһы хеҙмәткәрҙәре лә ремонт эштәре тамамланғанын көтә. Бында янғындан һуң, стеналар һәм колонналар ғына ҡалған ине. Мәҙәниәт усағын тергеҙеүгә 368 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Сибай карьерындағы ғәҙәттән тыш хәл урындағы халыҡ өсөн ҙур һынау булды. Ул саҡты республика 500 баланы Ҡырымға сәләмәтлеген нығытырға ебәргән ине. Хәҙер беҙҙә лә “башҡорт Артегы” барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров “Шифа” лагерын ҡарарға барғанда әйтте. Унда йыл әләнәһенә ял итерлек шарттар тыуҙырыла. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитацион үҙәк проекты менән дә таныштырҙылар.

Ә был гранит һәм мәрмәрҙәр әйберҙәр эшләүсе завод. Үткән йылды эшҡыуар Олег Булгаков асҡан предприятие 60 кешене эш менән тъмин итә.

2020 йыл кесе һәм урта эшҡыуарлыҡа ҙур һынауҙар килтерҙе. Пандемия мәлендә ҡыйынлыҡтарҙы нисек еңеп сығырға? Был турала 26-һынан 29 майға тиклем барасаҡ “Эшҡыуарҙар аҙнаһы”нда әңгәмә ҡорасаҡтар. Әйткәндәй, ул да онлайн-режимда үтәсәк