Ишембай районындағы Петровский ауылындағы дауахана үҙгәртеп ҡоролоп, ҡалалағы балалар табыу йорто яңыртылһа, Күмертауҙа “Квантолаб” технопаркы һәм “Сапсан Арена” боҙ һарайы тәүге һынау уҙҙы. Был ваҡиғалар республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Башҡортостандың көньяҡ өлөшөнә эш сәфәре барышына тура килде.
Социаль үҙгәрештәр Ишембай ҡалаһында ғына түгел, районында ла көтөлә. Тиҫтәләрсә йылдар капиталь ремонт күрмәгән дауаханалар яңы һулыш аласаҡ. Башҡортостан етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юрматы ерендәге бер-нисә ауылда булып, халыҡ менән осрашты. Ауылдарҙа йәшәүселәрҙең үтенесе лә көн итмешкә тура килә. Халыҡ социаль уңайлыҡтар менән бергә етәкселек һүҙен ишетеүгә һыуһаған.
Яңы вазифала Радий Хәбиров тыуған ере – Ишембайҙа рәсми сәфәр менән беренсегә килде. Тик осрашыуҙар кемдер менән ҡыуаныслы әңгәмә ҡороу, һағыныу һүҙҙәрен еткереү генә түгел. Маҡсат — көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү. Мәҫәлән, Петровский ауылы дауаханаһы. Тиҙҙән ул ремонтҡа ябыласаҡ. Ә ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереү ваҡытлыса Маҡар ауылына күсә.
Ишембай районы бала табыу йорто ла төҙөкләндереләсәк. Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән бина әле ярым емерек хәлдә. Ә күпселек медицина ҡорамалдары заман талаптарына яуап бирмәй. Бала табыу йортоноң элекке планировкаһы табиптар һәм әсәләр өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, бала табыу бүлеге, интенсив терапия, хирургия бүлектәре төрлө урындарҙа.
Ишембайҙың төп сәнәғәт предприятиеларың береһе – “Витязь” йәмғиәте. Радий Фәрит улы үҙе хеҙмәт юлын башлаған сәнәғәт комплексы киләсәгенең өмөтлө буласағына ышаныс белдерә. Тап ошо завод илдең оборона министрлығы заказдарын үтәй.
Яңы йылды Күмертау халҡы яңы өмөттәр генә түгел, ә өр–яңы социаь обьекттар менән ҡаршылай. Уларҙың береһе хаҡы 334 миллион һумға баһаланған “Сапсан-Арена” үҙәге. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған боҙ һарайын асыу тантанаһында сығыш яһап,
Радий Хәбиров шахтерҙар ҡалаһында тағы ла бер үҙгәреш буласағын вәғәҙәләй. Ул тап “Шахтер” стадионын үҙгәртеп ҡороу. Әле был обьект ярым емерек хәлдә.
Күмертауҙың хәҙер үҙ технопркы ла буласаҡ. Инженерлыҡ менән ҡыҙыҡһынған балалар өсөн “Квантолаб” үҙәге көн һайын меңгә яҡын баланы ҡабул итергә әҙер. Хайтек-цех, аэро һәм робоквантум. Былар замана һүҙҙәре генә түгел. Был төшөнсәләр буласаҡ ғалимдарҙы ылыҡтырыу йүнәлеше.