Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.
Башҡортостан үҙенең талантлы, һөнәрле кешеләре менән ғорурлана, ысын мәғәнәһендә маҡтана ала. Уларҙың береһе Ринат Иҙекәев. Ҡытайҙағы халыҡ-ара ярыштарҙың береһе – “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында ул иретеп йәбештереүселәр араһында донъялағы иң шәп оҫталарҙың береһе тип танылды. Эшсенең һүҙе лә ҡыҫҡа.
Яңы аҙна Башҡортостанда ҙур яңылыҡтарҙан башлана. Уларҙың береһе республика башлығы хакимиәте етәксеһенә бәйле. Был вазифаны Искәндәр Әхмәтвәлиев үтәйәсәк. Тиҙҙән Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы Премьер-министры исеме лә атала.
Башҡортостан башлығының ҡайһы бер белдереүе айырыуса әһәмиәтле. Ул яғыулыҡҡа бәйле. Бөгөндән республикалағы бензин ҡойоу станцияларындағы барлыҡ сикләүҙәр ғәмәлдән сығарыла. Ә сикләүҙәрҙең тағы ла береһе – вейптарға бәйле. Төтөн сығарыусы был ҡулайламаларҙы Рәсәйҙең айырым төбәктәрендә һатыу тулыһынса тыйылһа, Башҡортостанда ошоға бәйле мәсьәлә айырым өйрәнелергә тейеш. Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, йәмғиәткә айырым тәҡдиме һәм үтенесе бар.
Төтөн вейптан ғына түгел, ә йылылыҡ биреү үҙәктәре торбаларынан да сыға. Башҡортостан ҡыш миҙгеленә тулыһынса әҙер. Республикала социаль учреждениелар, торлаҡ йорттарға йылы биреү кампанияһы ғәҙәти режимға күскән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер бөтә муниципаль берәмектәрҙең тейешле документтары бар.
Башҡортостан өсөн уҙып барған октябрь тағы ҡыуаныслы хәбәр килтерҙе. Республика ураҡ кампанияһын тамамланы. Ширҡәттәр быйыл 3 миллион 368 мең тонна ашлыҡ йыйып алды. Ауыл хужалығы тармағында хәҙер сағыштырмаса тыныс ваҡыт булһа, мәғариф системаһында иһә киреһенсә, башҡарылған эштәрҙе баһалайҙар. Республикала федераль программаға ярашлы мәктәптәр, колледждарҙы ремонтлау бара. Башҡортостан башлығының был аҙнаға эш графигы ла билдәле. Алдағы йомала Радий Хәбиров Санкт-Петербургта креатив индустрияларға бәйле форумда ҡатнаша.







