Аналитиктар Башҡортостан Башлығының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә әүҙемлеген юғары баһалай

Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан белгестәр тикшереү үткәргән, унда социаль-иҡтисади хәлде иҫәпкә алып төбәк губернаторҙарының эше, халыҡтың ярҙамы һәм федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәр иҫәпкә алынған.
  • Аналитиктар Башҡортостан Башлығының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә әүҙемлеген юғары баһалай

Радий Хәбиров сәйәси тотороҡлолоҡ рейтингында үҙ позицияһын нығытҡан, тип билдәләнә. Республика етәкселеге Абхазия, Белорусия, Үҙбәкстан, Тажикистан менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте дауам итә. Был Башҡортостан өсөн генә түгел, ә дөйөм ил өсөн файҙалы, тип белдергән аналитиктар.