Республика етәксеһе кластарҙы, уҡытыусылар бүлмәһен, ашхана һәм спорт залын ҡараны, мөғәллим-ветерандар, балалар менән аралашты. Мәктәптә 912 уҡыусы белем ала. Быйыл бында милли проект буйынса капиталь ремонт атҡарылған. 10 миллион һумға яңы ҡорамалдар һатып алынған.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡыҙын беренсе класҡа оҙатты
Башҡортостан Башлығы Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге Өфөнөң 40-сы белем биреү үҙәгендә булып, шәхсән уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе тәбрикләне







