Композиция Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Уның нигеҙендә Стәрлебашта йәшәүсе ете кешенең тарихы ята. Фронтҡа китер алдынан уларҙың ирҙәре Раевка станцияһында ас икәнен белгәс ҡатындар аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр йыйып юлға сыға. Арба тартып 62 саҡырым юл үтәләр. Бронза һәйкәлде ҡойоу өсөн урындағы халыҡ аҡса йыйған. Ете ҡатындың батырлығы Зәки Зәйнуллин пъсаһында ла мәңгеләштерелгән.
"Патриот" хәрби-патриотик паркының урындағы филиалында Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәктәрҙең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеш, муниципалитеттарҙың транспорт инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләһе йылдан район үҙәктәрендә юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүленәсәк.







