Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов сюжеты.
Төбәк башлығы баҡсаларҙа һыу, газ барлығы, баҡсасыларҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуы менән ҡыҙыҡһынды. Ҡала хакимиәте башлығы әйтеүенсә, баҡса йорттарына юлдар һалына. Бындай сауҙа рәттәре республикала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгәйне.Радий Хәбиров сауҙа рәттәрендә емеш-еләк һатҡан баҡсасылар менән аралашты. Һатыусылар "Алға" картаһы мөмкинлектәрен бик юғары баһаланы.
"Ғаилә" күп функциялы үҙәгендә Радий Хәбиров әүҙем тормош алып барыусы өлкәндәр менән осрашты. Улар "Башҡорт оҙон ғүмерлеге" программаһы ярҙамында республиканың бик күп хозур урындарында булған. "Ғаилә" күп функциялы үҙәге Башҡортостанда "берҙәм тәҙрә" принцибы буйынса халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙә тәүге проекттарҙың береҙе. Быйыл апрель асылған үҙәк дәүләт учепждениеларын һәм йәмәғәт ойошмаларын берләштерә. Бында ҡабул итеү һәм кәңәштәр алыу зонаһы, балалар өсөн уйын урыны, хатта психолгик ярҙам алыу бүлмәһе, әүҙем ял урыны ла бар.
Радий Хәбиров Ағиҙел йәштәре менән дә аралашты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәген, яңыртылған "Работа России" кадр үҙәген ҡараны. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалында Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветераны менән аралашты. Баҡтиһәң, ул күп функциялы үҙәккә үҙ эшен асыуға документтар тапшырырға килгән икән. Ҡаланың "Минең бизнес" үҙәгендә лә эшҡыуарҙарға һәм үҙ эшен асырға теләүселәргә лә төплө кәңәштәр бирелә.
Республика етәксеһе шулай уҡ "Ағиҙел тулҡындары" паркында ла булды. "Ағиҙел тулҡындары" төбәктә тәүге ймәғәт киңлектәренең береһе. Ул Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә 45 миллионлыҡ грантҡа төҙөкләндерелде. Бында халыҡтың фекерен иҫәпкә алып спорт майҙансыҡтары, амфитеатр, хатта дарыухана баҡсаһы барлыҡҡа килгән. Ҡала етәкселеге артабан да федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашып йәмәғәт киңлектәрен үҫтерергә ниәтләй.
Еңеү паркы ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан урыны. Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы мемориалына сәскәләр һалды. Унда шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Журавлев та ҡатнашты. Парк биләмәһендә шулай уҡ Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә мемориал да урынлашҡан.
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһынан һәм Краснокама районынан махсус хәрби операцияла һәләк булғанларҙың ғаиләләре менән осрашты. Ул хәрбиҙәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып уларға Шайморатов генерал ордендарын тапшырҙы. Радий Хәбиров Хәлил Әбүбәкировтың тол ҡатынының Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалына һәләк булған яугирҙың исемен биреү тураһындағы тәөдимен хупланы.
Хәлил Әбүбәкиров 15 йыл ошо колледжда директор булып эшләгән. Радий Хәбиров уҡыу йортон ҡарап сыҡҡандан һуң бында мотлаҡ ремонт үткәреләсәк, тине. "Иҙел" мәҙәниәт йорто ла төҙөкләнедереләсәк. 2024 йылда хаҡтар артыу сәбәпле бында эштәр туҡтатылғайны. Әле яңыртылған проект дәүләт экспертизаһына ебәрелгән.Үҙәк китапханала иһә төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәтенә бара. Киләһе йылда ул үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла яңыртыла.Музей өсөн панорамалы проектор һәм сенсорлы панелдәр һатып алынған. Радий Хәбиров ҡаланың гражданлыҡ йәмғиәте институттары активы менән осрашты.
Эш сәфәре Краснокама районында дауам итте. Радий хәбиров магистраль һыу үткәргес төҙөлөшөн ҡараны. Ҡуян ауылында һәм күрше ауылдарҙа йәшәүселәрҙеһыу менән тәьмин итеү киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡалды. Һыуүткәргес Владимир Путин башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты ярҙамында төҙөлә. Ул алты ауыл советындағы 35 ауылды һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.







