Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү

Тулыраҡ: Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү өсөн бюллетендәр баҫтырыла башланы. Башҡортостанда бөтәһе 3 телдә 3 миллион бланк әҙерләү планлаштырыла. Шулай уҡ йәшәгән урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза тапшырыу башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 1 июлгә ҡаралған. Шулай ҙа, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия сәбәпле, тауышты 25 июндән алып бирергә мөмкин. Типография станогы бер туҡтауһыҙ эшләй. Бында Дөйөм Рәсәй тауыш биреүгә бюллетендәр баҫыла. Автоматлаштырпылған иҫәпләү аппараттары өсөн бланктар ике этапта сығарыла. Башта бер яғына ялғанлыҡтан һаҡлаусы махсус “селтәр” төшөрөлә. Һуңынан, кире яғына ҡара буяуҙар менән бюллетендың үҙен баҫалар.

Бланктар әҙерләүҙең бөтә этаптарында ла контроль алып барыла. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре баҫылып торған һәр биш йөҙөнсө ҡағыҙҙы алып махсус прибор ярҙамында тикшерә. Бөтә ошо талаптар үтәлһә, эш дауам итә. Баҫылып сыҡҡан бланктар шунда уҡ кәрәкле формала ҡырҡыла, артыҡтары, яраҡһыҙҙары юҡ ителә. Әҙер бюллетендәр 23 июнгә тиклем участка һайлау комиссияларына ебәреләсәк. Бөтәһе 3 миллион 47 мең 426 бланк әҙерләү күҙаллана.. Был һан һайлаусылар исемлегенә тиң. Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауышты бер аҙна дауамында — 25 июндән 1 июлгә тиклем бирергә мөмкин.

Пандемия шарттарында тауыш биреүҙең иң мөһим ҡәғиҙәһе -уның имен һәм хәүефһеҙ ойошторолоуы. Шул иҫәптән, Роспотребнадзор һайлау участкаларын асыҡ һауала, веранда аҫтында уҙғарырға кәңәш итә. Тауыш биреүселәргә үҙе менән паспорттан тыш битлек, бирсәткә һәм ручка алыу һорала. Кабина, урна, өҫтәлдәр хәүефһеҙ арауыҡта ҡуйыласаҡ. Территориаль участкаларҙа мотлаҡ термометрия һәм махсус дресс-код ҡаралған. Бында даими теркәлеү буйынса түгел, әлеге мәлдә торған урыны буйынса тауыш биреүселәрҙән һайлаусылар исемлегенә индереү тураһындағы ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ғаризаны Күп функциялы үҙәк, һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин. Шулай уҡ был хеҙмәттәр менән ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында участкаға килеп тауыш бирә алмағандар ҙа ҡуллана ала. Бының өсөн һайлау комиссияһы ағзаларын өйгә саҡыртыу мөмкинлеге бар. Был процедура шулай уҡ хеүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәп башҡарыласаҡ.