Башавтотранс йәмғиәте автопаркы яңыртылды

Тулыраҡ: Башавтотранс йәмғиәте автопаркы яңыртылды

Пассажир ташыу өлкәһендә Әлиә Ғәҙелшина бары өсөнсө йыл эшләй. Тап ошондай ҙур иркен автобус йөрөтөү хыялын бойомға ашыра ул бөгөн. Әлиәнең хеҙмәттәше, 40 йылдан ашыу руль артында ултырған Радик Бикбулатов иһә һөнәри өлкәлә белемде камиллаштырыу менән бер рәттән көн дә эшләгән техниканы йыш яңыртып тороуҙың ыңғай яҡтарын юғары баһалай. Замана машиналары элеккеләр менән сағыштырырлыҡ түгел, ти Радик Ғәйетнур улы. Водитель дә, пассажир ҙа, ҡала халҡы өсөн дә уңайлы.

Автобустарҙың уңайлыҡтары менән хәүефһеҙлегенә башҡала пассажир ташыусы предприятеларының береһендә хәрәкәт хәүефһеҙлеге бүлеге мөдире вазифаһында эшләгән Мәғәфүр Рафиҡов та юғары баһа бирә. Транспорт етештереүсе компания менән килешеп эшләйбеҙ, автобус төҙөүселәр етешһеҙлектәр булһа шунда уҡ хәл итә, ти белгес. Был өлкәлә яуаплылыҡ һәр быуында мөһим.

Республиканың пассажир ташыусы дәүләт предприятиеһы былтыр 478 яңы автобус алһа, яңы йыл башынан йәнә автопарк яңыртыу менән мәшғүл. Әлегә тиклем муниципалитет-ара пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүсе 40 бәләкәй автобус маршрутҡа сыҡҡайны.

Имен юлдар, хәүефһеҙ техника һәм уңайлы шарттар пассажирҙар ғүмере өсөн төп талап. Автобус асҡыстарын тапшырыу тантанаһында предприятие етәкселәрен һәм водителдәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Республикала пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу эше артабан дауам итә. Башавтотранс акционерҙар йәмғиәтендә 2020 йылда йәнә 200-гә яҡын машинаны яңыртыу көтөлә.