Шуларҙың 79-ҙы Өфө урамдарында йөрөйәсәк. 51-се маршрутҡа 60 автобус, Дим районы Сағыу биҫтәһе аша үткән 57А маршрутына 10 һәм 9 автобус 31-се маршрутҡа бүленгән. Ҡалған 9-ҙы Нефтекама ҡалаһында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Һуңғы 6 йыл эсендә генә "Башавтотран" 1 мең 400 бәләкәй һәм ҙур класслы автобус ҡабул иткән. Был ойошманың транспорт паркы тулыһынса яңыртылған, тигән һүҙ. Пассажирҙарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлыҡтар менән йөрөтөү йәһәтенән эштәр дауам итә, тине Радий Хәбиров.
Йәмил Ҡотлогилдин өр яңы транспорт сараһының уңайлыҡтарын әле тулыһынса һынап та өлгөрмәгән. Әммә автобус араһында интервал һаҡлау ҡала халҡына ла водителгә лә уңайлы тигән фекерҙә. 15 йылға яҡын ҡала эсе автобусын хеҙмәтләндереүсе водитель, түҙемлелек, халыҡҡа ҡарата ихтирам һаҡлау һәм уларға уңайлы шарттар булдырыу -эшебеҙҙең мөһим өлөшө, тине. Транспорт сараһы мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы. Нефаз автобустары йылдан йыл заманса технологиялар менән байытыла.
Ҙур класслы автобус өсөн барыһы ла мөһим. Руль уңайлылығы ла һыуытыу ҡорамалдары ла, ти Салауат районынан күсеп килеп инде 7 йыл Өфөлә автобус йөрөтөүсе Әлиә ханым. Башҡаланың юбилей саралары алдынан Республика етәксеһе "Башавтотранс" ойошмаһына өр- яңы 88 автобус тапшырҙы һәм ойошманың иң алдынғы хеҙмәткәрҙәренә, шул рәттә Махсус хәрби опреация барған урынға гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнашҡан водителдәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башавтотранс паркын тулыландырған яңы 88 автобустың 79-ҙы Өфө урамдарына йүнәлтелһә, 9-ҙы Нефтекама ҡалаһына ҡайтарыла. Дәүләт стандарттарына тап килгән юғары уңайлыҡлы транспорт саралары Өфөнөң 51-се, 57а һәм 31-се маршрутына тәғәйенләнгән.Тантаналы саранан һуң төбәк етәксеһе водителдәр менән аралашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.Ҡасандыр банкрот хәленә төшкән Башавтотранс хәҙер Республиканың артерияһын тәшкил итеүсе ойошма. Һуңғы йылдарҙа ғына ул 1500 транспорт сараһы менән тулыланған. Пассажирҙарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлыҡтар менән йөрөтөү йәһәтенән эштәр әүҙем алып барыла.