Ҡурай еләге мәле етте

Тулыраҡ: Ҡурай еләге мәле етте

Балланып ҡурай еләге беште. Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа электән билдәле. Уның шифаһын белгән боронғолар еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уның бит-тән тиреһе өсөн файҙалы сифаттарын киң файҙаланғандар. Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы матдәләр кипкәнендәгенә ҡарағанда күберәк. Уның составында органик матдәләр, шул иҫәптән салицил кислотаһы бар. Шуға ла был еләк һалҡын тейгәндә ҡулланыла, тирҙе ҡыуа, тән температураһын төшөрә. Ҡурай еләгендә тимер ҙә күп, ә ундағы баҡыр күңел төшөнкөлөгөнән һаҡлай. Был еләктәге А витамины тырнаҡты, сәс тамырҙарын нығыта. С витамины организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара, холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен түбәнәйтә. Ҡурай еләге варикоз ауырыуынан — ҡан тамырҙарының киңәйеүенән — яфаланғандарға бигерәк тә шифалы. Эшкәрткәндә лә ҡурай еләгенең файҙалы сифаттарының күбеһе юғалмай. Бөйөрө һәм үт ҡыуығы сирле кешегә табиптар ҡурай еләген ҡулланыу килешмәй тип киҫәтә. Еләк составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштыра, ул ауырыуҙы “таш ултырыу” тиҙәр.

Фото:http://yandex.ru/clck/jsredir