Италия селекционерҙарының йәйенә бер нисә уңыш биргән сорты Башҡортостан ерендә гөрләп үҫә.
Дуҫтары менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән Ғәлиә Әхмәтшина Шамонин еләк баҡсаһына тәүгә килгән. Ысыҡ кисеп еләк йыйыу бала саҡ хәтирәләренә алып ҡатйтты, ти ханым. Ял да, күңел кинәнесе лә, ҡышҡылыҡҡа шифалы аҙыҡ әҙерләү ҙә был мәлдәр.
Питомникта иртә таңдан емеш йыйыуҙың сере билдәле. Ҡурай еләге кискә йәнә бешеп өлгөрә. Көн аҙағына еләк йыйыусыларҙы башҡалары алмаштыра. Питомниктың даны алыҫтарға таралған.
Ремонтант еләкте башҡаларынан көнөнә генә түгел миҙгеленә ике ҡабат уңыш биреү айыра. Тик был өҫтөнлөк өсөн ул икеләтә етди хәстәрлек талап итә.
Быйыл йәй эҫе һәм ҡоро килеү сәбәпле питомникта еләктәрҙе туҡтауһыҙ һуғарып торғандар. Шуға ла ҡыуаҡ япраҡтары ҡуйы йәшел, емештәре һутлы.
Италия селекционерҙарының ҡурай еләге Башҡортостан еренә яҡшы яраҡлашыуын ошо рәттәр үҙе дәлилләй. Ә еләге эре, матур, тәмле. Теләгәндәр питомниктан үҫентеһен һатып алып баҡсаһына ла ултырта ала.
Ҡурай еләген ултыртыу ғына түгел, уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҙә август айында башҡарылаһы эш икәне баҡсасыларға яҡшы билдәле. Ҡыуаҡтарҙа тап ошо мәлдә киләһе уңышҡа әҙерлек процестары башлана. Ә Шамонин емеш-еләк баҡсаһында әле йәнә бер нисә аҙна шифалы еләк йыйырға мөмкин.