Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр ағзаһы үҙ эше менән мәшғүл. Ғаилә башлығы Денис Куликов эштә, төп мәшәҡәттәр хужабикәгә, Елена иңенә төшә. Елена менән Денис бер йыл элек балалар йортонан Саша һәм Тимур Прониндарҙы тәрбиәгә ала. Февраль айында ғаилә тағы ла ҙурая. Дарина, Азамат, Булат һәм Азалия Вәлиәхмәтовтар өсөн дә был өй хәҙер тыуған йорт. Иң мөһиме – бер кемһеҙ ҡалған бәләкәстәрҙең хәҙер, атай, әсәй тип, һыйыныр кешеләре бар. Денис менән Елена өлкән улдарына башлы-күҙле иткән. Ә ҡыҙҙары, 20 йәшлек Кристина әле уларҙың төп ярҙамсыһы. Уны бигерәк тә бер йәшлек Азалия ярата. Денистың эштән ҡайтыуын көтөп кенә йөрөгән балалар, шунда уҡ уны һырып ала. Үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән ир бәләкәстәрҙең киләсәге өсөн яуаплы тоя үҙен.Иң күңеллеһе урамға сығып уйнау. Бәләкәс кенә аяҡ кейемдәре менән туп-тулы ҡумта тиҙ арала бушап ҡала. Баҡсала балалар өсөн төрлө йәшелсә, емеш-еләк бешә.Дарина менән Аня емештәр яратһа, ҡайһы берҙәре йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.Уйынсыҡ автопарк та уларҙың яратҡан урыны. Кемгәлер велосипет, кемгәлер автомобиль. Ә был видеояҙмалар ғаилә архивынан. Ата менән әсә сабыйҙарын ҡайҙа ғына алып йөрөмәй. Улар бергәләшеп һыу ҙа инә, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Приютҡа барып эттәрҙе лә ашатып ҡайта. Көндәре файҙалы һәм күңелле мәшәҡәттәр менән мөхәбәттә үткән бәпестәрҙең донъяһы теүәл, йоҡолары ла тыныс һәм татлы.
Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.
Тулыраҡ: Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.