Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
  • Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Рәсәйҙә был байрам 2008 йылда барлыҡҡа килде, 2022 йылдан Владимир Путин Указы менән ул рәсми билдәләнә.

Башҡортостанда был көндә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған төрлө саралар үтә. Өфө ҡала парктарында концерттар, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре спорт ярыштары ойошторола. Төп сара быйыл Бөрө ҡалаһында 11 июлдә уҙа. Бында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур фестиваль ойошторола. Ә бөгөн Республика перинаталь үҙәгендә байрам уңайынан яңы бала тапҡан әсәләрҙе һәм һәм күптән түгел генә ғаиләләрендә бәпес туйлаған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен байрам менән ҡотланылар.