Янғын һүндерелерме?

Тулыраҡ: Янғын һүндерелерме?

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында сыҡҡан янғындар бөгөн һүндереләсәк. Һәр хәлдә, республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры шундай вәғәҙә бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы биләмәһендә теркәлгән. Федераль кимәлдә яҡланған Көнъяҡ Урал һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулыҡтарының 2 мең гектарҙан ашыуы янғындан зыян күргән. Бөрйән районы биләмәһендәге янғындың артабан таралыуына юл ҡуйылмаған. Әле урманда янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр ут менән көрәшә. Янғын һүндереүҙә 2 мең тирәһе кеше, 605 берәмек техника эшләй.