Өфө районында йәшәүсе 16 йәшлек Ринат Ҡотоев тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Үҫмер быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған һәм үҙ аҡсаһына футбол мәктәбе ойоштороп ебәргән. Хәҙер бында бушлай 20-гән бала шөғөлләнә. Ринат Ҡотоев 9 йәшендә футбол менән шөғөлләнә башлай һәм был спорт төрө уның күңеленә ята. Хәҙер ул Өфө ҡалаһының алдынғы клубында уйнай һәм буш ваҡытында балаларҙы өйрәтә. Дмитриевка ауылында йәшәүсе балалар түңәрәктә бушлай шөғөлләнә. Уларҙың ҡайһы берҙәре Өфөгә йөрөгәнсе, ауылында ҡалып футбол уйнауҙы хуп күрә. Әлегә төркөмгә даими 20-гән бала килә, ә ҡалғандары ял итергә киткән.Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Ринат Ҡотоев каратэ, бокс менән шөғөлләнә, музыка мәктәбендә лә уҡый. Бында ул башҡорттоң милли инструменты – ҡурай ҙа уйнарға өйрәнә. Ҡурай менән егет төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Хатта, Өфө хакимиәте башлығының стипендияһына лайыҡ була.Стипенияһын йыйып һәм тыуған көнөнә төшкән аҡсаһын туплап Ринат Ҡотоев туптар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып ала. Һуңынан башланғыс кластан бер-нисә малайҙы йыйып, уларға футбол серҙәрен өйрәтә. Быны белеп ҡалған башҡа балалар ҙа килә башлай.Ринат Ҡотоев иртән балаларҙы футболға өйрәтһә, кисен үҙе шөғөлләнә. “Дюна” футбол клубы тәрбиәләнеүселәре иптәштәрсә осрашыуҙарҙа ҡатнаша һәм етди матчтар хаҡында хыяллана. Тик әлегә коронавирус таралыу сәбәпле был мөмкин түгел. Әйткәндәй, түңәрәккә килгән балаларҙың ҡулдары эшкәртелә, ата-әсәләргә битлектәр таратыла. Санитар әйберҙәрҙе алырға тап ғаиләләр ярҙам иткән. Төркөмдә күпселеген ишле йә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән шөғөлләнәләр. Бушлай ойошторолған секция ябай малайҙар өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Ә йәш тренер үҙе юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, ысын тренер һөнәрен алыу хыялы менән яна. Бушлай ойошторолған спорт мәктәбенең проблемалары ла юҡ түгел. Балаларға шөғөлләнер өсөн даими туптар кәрәк. Бағыусылар табылып, спорт мәктәбенә туптар бүләк итерҙәр тип өмөтләнәбеҙ. Әйткәндәй, йәш тренер эшләгәне өсөн ата-әсәләрҙән аҡса алмай. Ә бына стадионды урындағы хакимиәт ҡуртымһыҙ биреп торған һәм көн һайын тиерлек футбол майҙансығын тәртипкә килтерә. Тик, бына көндәр һалҡынайтыу менән түңәрәккә йөрөгән балалар ҡайҙа шөғөлләнер икән, тигән һорау тиҙҙән көнүҙәк буласаҡ.