Башҡортостанда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлеме урынына 250 мең һум аҡса бирелеүе ихтимал. Был проектты сентябрҙән ғәмәлгә ашыра башлау ҡарала. Түләүгә кемдәр дәғүә итә ала, уны нимәгә тотонорға мөмкин? Был яланда һуңғы тапҡыр арыш йыйыла. Оҙаҡламай ошо биләмәлә тотош бер район ҡалҡып сығасаҡ. Кушнаренко районында күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн ер участкалары биреү эше ҡайнай. Районда йәшәүсе 194 ғаилә ерле булған да инде, тағы 174-е үҙ сиратын көтә. Оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ, тип вәғәҙәләй район хакимиәте етәкселеге. Йылдың аҙағына тиклем сиратта торған һәр ғаилә үҙенә тәғәйен 12 сутый ерен аласаҡ. Республикала ёле 16 мең ғаилә ер бүлемен алыуға сиратта тора. Мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән граждандарға альтернатив сара тәҡдим ителә. Хәҙер күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә үҙҙәренә тейешле ер участкаларына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин буласаҡ. Аҡсалата компенсация торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланырға тейеш. Был аҡсаны торлаҡ, ер биләмәһе һатып алыуға, йә төҙөүгә һәм ипотека кредитын ҡаплауға ҡулланырға мөмкин. Сумма ҡулға бирелмәй, банк йәки ойошма иҫәбенә күсерелә. Хаматрәхимовтар ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләнә. Байтаҡ сәбәптәр арҡаһында улар 2016 йылдан алып ер участкаһына сиратта торған. Йәшәгән урамдарында яңы йорт та һала башлаған. Ер участкаларына алмашҡа 250 мең һум аҡса алырға мөмкин икәнен ишетеү менән беренселәрҙән булып урындағы хакимиәткә ғариза тапшырған. Бындай тәжрибә илебеҙҙең тиҫтәләгән төбәгендә уңышлы бойомға ашырыла. Күрше Силәбелә 250 мең һум, Ырымбур, Пермь һәм башҡа өлкәләрҙә күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер урынына 200 мең һум аҡса бирелә. 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә күп балалы һәм бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр дәғүә итә. Ғаризаны Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йә урындағы хакимиәткә тапшырырға мөмкин. Проект сентябрҙә эш башлаясаҡ.
Ер бүлеме урынына 250 мең һум
Тулыраҡ: Ер бүлеме урынына 250 мең һум