“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас, Өфө райондарында балаларға көрәш, бокс, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика һәм башҡа төрҙәр буйынса әҙерлек бирә. Ярҙам ҡулаҡса түгел, сертификат булараҡ тапшырыла. Уны йорт һалыу йәиһә фатир һатып алыу маҡсатына ҡулланырға мөмкин. Башҡортостан Рәсәйҙә “Ауыл тренеры” программаһын бойомға ашырған беренсе һәм әлегә берҙән-бер төбәк. Программа киләһе өс йылға иҫәпләнгән. Ошо арауыҡта йәнә 250 тренерға дәүләт ярҙамы күрһәтеү көтөлә. “Ауыл тренеры” программаһы менән илдең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһыныу белдергән.
“Ауыл тренеры” старт ала
Тулыраҡ: “Ауыл тренеры” старт ала