Быйыл проект Алыҫ Көнсығыш һәм Үҙәк федераль округтарҙың 26 төбәгендә эшләй башланы. Субъекттар белгестәр йәлеп итеүгә 90 миллион һум аҡса аласаҡ. Физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарға эшкә килгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Алыҫ Көнсығышта ул 2 миллион, башҡа төбәктәрҙә 1 миллион һум. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы Башҡортостанда эшләй башланы. 2020-се йылдан буласаҡ чемпиондар тәрбиәләргә теләүсе йәш белгестәргә 1 миллион һум аҡса бирелә.
Рәсәйҙә "Ауыл тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыла башлай
Киләһе йылдан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә “Ауыл тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыла башлай.






