Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән. Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса тренерҙар 600 мең һум аҡса аласаҡ. Уларҙың Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтач һәм Өфө райондарынан икәне билдәле. Сертификатты йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Башҡортостан илдә “Ауыл тренеры” проектын ғәмәлгә ашырға берҙән-бер төбәк.
Ауыл тренеры
Тулыраҡ: Ауыл тренеры