Башҡортостан Башлығы төбәктә һәр балаға спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырырға ҡушты

Башҡортостанда 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге 726 меңдән ашыу бала даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә.
Һуңғы дүрт йылда спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылыуы һөҙөмтәһендә был күрһәткес 38 мең кешегә артҡан. Рәсәйҙә беренсе булып Башҡортостан «Ауыл тренеры» программаһын башлап ебәрҙе. Ул ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып ауылдарҙа эшләгән 179 тренерға дөйөм суммаһы 138 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. 2024 йылда республикала ошондай уҡ «Ҡала тренеры» программаһы ла эшләй башланы.