“Сәләмәтлек поезы” ҡабаттан тергеҙелеп, республикала райондары буйлап юлланды. Акцияның маҡсты — ауыл халҡына бушлай медицина тикшереүҙәре үткәреү. Уның ярҙамында былтыр ғына, мәҫәлән, меңәрләгән кешенең төрлө ауырыуҙары асыҡланды. 85 йәшлек Бәҙәр Мусина оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан урындағы дауаханаға ашҡынып килә. Ул шәкәр диабеты менән яфалана, өҫтәүенә, күҙҙәре насар күрә. Һаулыҡ-ҙур байлыҡ, шуға ла мөмкин тиклем тикшерелеп торорға кәрәк, ти оло йәштәге ханым. Ишле ауылына “Сәләмәтлек поезы” килгән тигән шатлыҡлы хәбәр таралғас, ауыл халҡы өй мәшәҡәттәренән бушанып, дауаханаға юлланды. Һәр бер махсус машина янында сират. Урындағы халыҡ бер көндә үк бушлай ҡан тапшыра, кәүҙә ауырлығын тикшертә, флюорграфия үтә, маммолог, терапевт табиптарына күренеп сыға ала. Әйткәндәй, тап ошо акция барышында үҙҙәренең һаулығы ҡаҡшауын асыҡлаусылар ҙа юҡ түгел. Һәр бер пациент тикшереү үткәндән һуң һөҙөмтәләрен ҡулына ала. Сир табылған осраҡта табиптар дауаханаға юллама бирә. Халыҡ аҡ халатлыларҙың тиҙ һәм әүҙем эшләүен билдәләй. Ҡанға анализды бында иртәнге сәғәт туғыҙҙа тапшыра башлайҙар. Был процедура бик тиҙ башҡарыла. Ошо форсаттан файҙаланып, беҙ ҙә ҡан тапшырып ҡарарға булдыҡ. Әйткәндәй, уның һөҙөмтәләре шунда уҡ әҙер була. Бер көн эсендә флюорографияны 100 кеше үтә, маммологта утыҙ пациент ҡарала, ә анализды 80 кеше тапшыра ала. Был акция республиканың шулай уҡ башҡа райондарында ла тергеҙелде. Мәҫәлән, Бөрө районында -27 августҡа, Архангель, Бүздәк, Ауырғазы райондарында 28 августҡа тиклем, ә Белорет районында 1-се, Салауат районында иһә 7 сентябргә тиклем “Сәләмәтлек поезы” йөрөйәсәк. 2019 йылда “Сәләмәтлек поезы” акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда бөтәһе 78 мең кеше медицина тикшереүен үткәйне. Табиптар 14 кешелә туберкулез, 40 кешелә яман шеш барлығын асыҡлаған һәм меңләгән тикшерелеүсегә шәкәр диабеты диагнозы ҡуйған. “Сәләмәтлек поезы” акцияһының ҡабаттан тергеҙелеүе республика халҡының һаулығына етди иғтибар бүлер тигән өмөт бар.
Сәләмәтлек поезы
Тулыраҡ: Сәләмәтлек поезы