Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк

Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән 8-се тапҡыр үткәрелгән акция тап шулай атала.
  • Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк

Сара сиктәренә төпкөл район һәм ауылдарҙа йәшәгән халыҡ үҙенең һаулығын тикшереп дауалана ала. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина теманы дауам итә.

Гөлназ Петрова 19 йылдан ашыу медицина өлкәһендә эшләй. Ул Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында медицина-профилактика бүлеген етәкләй. «Сәләмәт Республика – сәләмәт төбәк» акцияһынан да ситтә ҡалмаған. Табип эшләгән дауахананан ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге тигән күсмә модуль юлға сыға. Диагностик ярҙамды арттырыу һәм хроник ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүефен иртә асыҡлау маҡсаты менән 2026 йылдың 13 апреленән Башҡортостан башлығы тарафынан «Сәләмәт Республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды. Сара Республикала 2019 йылдан алып үткәрелә. 7 йыл эсендә белгестәр 820 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. 2 меңдән ашыу яман шеш, 4 меңдән ашыу шәкәр диабеты, 200 – ҙән ашыуы туберкулез, 9 меңдән ашыу юғары ҡан баҫымы менән бәйле ауырыуҙар асыҡланған. Быйыл иһә...

Юлға сығырға торған табиптарҙы Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне һәм хәйерле юлдар теләне. Әйтергә кәрәк, һаулыҡ поездары — мобиль комплекстар Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруты буйынса эшләй, республиканың бөтә муниципаль райондарын үҙ эсенә ала. Акцияға бөтәһе 10 күсмә флюрограф, 10 күсмә маммограф, 49 мобиль ФАП, 9 күсмә, шул иҫәптән балалар һаулыҡ үҙәге һәм кардиомобиль йәлеп ителгән. Ҡыуатов исемендәге клиник дауахананан һаулыҡ поезды Белорет районына юллана. Акция 11 сентябргә тиклем дауам итәсәк.