Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сираттағы ижади миҙгелен 15-се сентябрҙә аса

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сираттағы ижади миҙгелен 15-се сентябрҙә аса

Был турала театрҙың генераль директоры Ильмар Әлмөхәмәтов “Рәсәй” медиаүҙәгендә матбуғат хәбәрселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының бөтә талаптарын үтәп, театр үҙ ишектәрен 15 сентябрҙә аса. Ә билеттарҙың тик 50 проценты ғына һатыуға сығарыла. Бер ғаиләнән булғандарға билеттар бер рәттән һатыла. Тамашасыларҙың тән температураһы үлсәнә, санитайзерҙар ҡуйыла. Кемдең медицина битлеге юҡ, уны театр үҙе бирәсәк. Әйткәндәй, театрҙың буфеты ғәҙәти режимда эшләй.
Бөгөн “Башҡортостан” ДТРК-һының бөтә ресурстаында ла Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө уҙа.