Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сит илдәргә гастролдәре киләһе йылдың февраленан башланыуы ихтимал

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сит илдәргә гастролдәре киләһе йылдың февраленан башланыуы ихтимал

Был турала театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов “Рәсәй” медиаүҙәгендә матбуғат хәбәрселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, театр Европа илдәренә гастролдәргә сығырға тейеш булһа ла, был сәфәр билдәле сәбәптәр арҡаһында туҡталып торған. Йыл аҙағына тиклем труппа Өфөлә ҡала. Әле Көньяҡ Корея менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Тиҙҙән театр артистары Мәскәүгә бара. Улар “Геликон-Опера” сәхнәһендә “Дон Жуан” спектакле менән сығыш яһай.