Тиҙҙән Урал аръяғында ла “Киләсәк фабрикаһы” ойоштороласаҡ. Өфөләге ошондай үҙәкте барып күргәндән һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай ҡарарға килгән. “Киләсәк фабрикаһы” йүнселдәргә ижади һәм эшлекле башланғыстарын бойомға ашырыу менән теләктәштәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек ойоштороуына булышлыҡ итә. Башҡорт һөнәрселек коворкингы халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән оҫталарҙы берләштерә. Хәҙер этник биҙәүестәр, милли ҡорал, сувенирҙар етештереү майҙаны “Киләсәк фабрикаһы” биләмәһендә урын алды.
Киләсәк фабрикаһы
Тулыраҡ: Киләсәк фабрикаһы