Сибайҙа “Урал Аръяғы” инвестһабантуйы сиктәрендә инновацион эшҡыуарлыҡ йортон яңыртып ҡороу хөрмәтенә капсула һалыу тантанаһы үтте. Үҙәк элекке “Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһында урын аласаҡ.
Инновацион эшҡыуарлыҡ йорто тирәләй социаль инфраструктура объекттары киң үҫешкән – күп функциялы үҙәк, Сибай филармонияһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, пенсия фонды идаралығы, ҡала хакимиәте һәм башҡалар бар, юл бәйләнештәре үҫешкән.
“Архстройпроект” институты бинаны капиталь төҙөкләндереү документтарын раҫлаған. Проект дәүләт теркәүен үткән.
Сибай эшҡыуарҙары Урал аръяғы бизнес-үҙәгенең кесе һәм урта йүнселлекте үҫтереү сараларын юғары кимәлдә бойомға ашырыр тигән ышаныста.
“Киләсәк фабрикаһы” бизнес үҙәген яңыртып ҡороу хөрмәтенә Радий Хәбиров менән Андрей Назаров бина эргәһендә ағас үҫентеләрен ултыртты.